Нуриман районы волейболсылары Башҡортосандың иң көслө ауыл командаһы

Иглин районында ауыл спорт уйындарының финал этабы тамамланды. Турнирҙа республиканың төрлө райондарынан 16 ир-егеттәр коллективы ҡатнашты. Үҙ зоналарында еңеү яулған волейболсылар ике майҙансыҡта көс һынашты. Көйәрмәндәр мауыҡтырғыс уйындарҙы өс көн дауамында күҙәтә алды. Һәр төбәк юғары әҙерлек һәм спорт оҫталығы кимәлен күрһәте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Нуриман районы командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы районы волейболсылары бүлеште.

Волна
Акции БСТ