Өс көн дауамында барасаҡ форумда тиҫтәләп чемпионат ойоштороласаҡ. Һәр ярыш ҡатнашыусылар араһында иң яҡшыларын билдәләүгә, квалификацияны күтәреүгә йүнәлтелгән. Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында ул быйыл 25-се тапҡыр үтә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Денис Федоров Өфө медицина колледжының беренсе курс студенты. Ярты йыл уҡыу осоронда ул массаж яһауҙың бер нисә төрөн үҙләштерергә өлгөргән. Тәжрибә туплау маҡсатында бөгөн тәүгә массажистар форумында ҡатнаша. Күреү мөмкинлеге сикләнгән егеттең эргәһендә таяныр яҡын дуҫтары ла, тоғро эте лә бар.
Форум ҡатнашыусылар өсөн ябай ярыш ҡына түгел, ул квалификацияны күтәреү йәһәтенән дә отошло. Улар белгестәрҙән киләсәктә файҙаланырлыҡ тәжрибә туплай. Денис Федоров мәҫәлән, колледждан һуң, Шишмә үҙәк район поликлиникаһына эшкә урынлашырға уйлай.
Массаж эшләү буйынса республика чемпионаты «Сәләмәтлек һәм матурлыҡ көндәре» күргәҙмәһе сиктәрендә үтә. Өс көн дауамында барасаҡ сарала тиҫтәләп чемпионат ойоштороласаҡ. Барыһы ла матурлыҡҡа ынтылыусыларға һәм уны булдырыуға йүнәлтелгән.
Азат Ғәлиуллин




