Был эште Башҡортостандың милли китапханаһында яһалма зиһен ярҙамында атҡарҙылар. Фондта һаҡланған биш меңгә яҡын китап һәм гәзит-журнал электрон версияға күсерелеп, башҡорт теле милли корпусын байытҡан. Нейроселтәрҙәр тап уға нигеҙләнеп телде үҙләштерә. Башҡортостан Милли китапханаһының бүлек етәксеһе Заһир Ишкинин.





