Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә

Киңәйтелгән күсмә йыйылыш Тәтешле һәм Мишкә райондарында була. Делегация Яңы Тәтешле ауылында удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм яңы полилингваль мәктәп менән таныша. Белем усағы удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Объектта Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса ремонт башҡарылған. Мәктәптә 100-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Дәрестәр рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле өйрәнелә. Уҡытыусы Ольга Ғилемйәнова.

Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә

Тәтешле районы республикала йәшәгән удмурттар һаны буйынса икенсе урында. Бында 1996 йылда милли-мәҙәни үҙәк булдырылған. Былтыр сентябрҙә ойошма вәкилдәре яңыртылған бинала эш башланы. Капиталь ремонт, ҡорамалдар алыу һәм биләмәне төҙөкләндереүгә 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлзада Харисова:

Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә

Мәҙәниәт учреждениеһында музей, китапхана, бейеү һәм тренажер залдары, балаларҙы үҫтереү бүлмәһе бар. “Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллектив эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла”, - ти Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәге Советы ағзаһы Сәлимйән Ғарифуллин.

Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә

Иртәгә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһының күсмә ултырышы була. Ул берләшмә Президиумы етәксеһе, сенатор Петр Тултаев рәйеслегендә үтә.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә
Волна
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ