Махсус хәрби операция ветераны дәүләт наградаһы менән бүләкләнә

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте ултырышында Артур Шафиҡовҡа Суворов миҙалы тапшырыла. Артур Шафиҡов 2024 йылда ил һағына баҫа.  Хеҙмәтен Курск өлкәһенең Суджа районы биләмәһендә “Әхмәт” спецназы сафында башлай. Хәрби бәрелештә ҡаты яраланып демобилизациялана. Бөгөн ул “Авангард” заводында эшләй. Тормош иптәше Регина Шафикова махсус хәрби операцияға ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша.

Фото №1 - Махсус хәрби операция ветераны дәүләт наградаһы менән бүләкләнә
Волна
Акции БСТ