Биш йыл эсендә «Белем» йәмғиәтенең лекторҙары 6 тапҡырға артып, 300 гә еткән. Платформа тәҡдим иткән 800 ҙән ашыу лекция, квиз, фекер алышыу, онлайн трансляцияларҙа 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә «Белем» йәмғиәте тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, белем биреү башланғыстарына ул айырыуса йылы мөнәсәбәттә. Ә халыҡҡа белем таратыусыларға ҙур ихтирам менән ҡарай. Биш йыл элек ил Президенты Владимир Путин был легендар проектты яңы форматта сығарыу бурысы ҡуйғайны. Бөгөн иһә ул теүәл, ентекле тикшерелгән мәғлүмәт тәҡдим итеүсе төп белем биреү платформаһы. Йәмғиәт йәштәр аңы өсөн көрәштә, патриоттар тәрбиәләүҙә фекерҙәштәр булған педагогтар, лекторҙар, фәнде популярлаштырыусыларҙы берләштерә. Башҡортостанда «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе йәштәр сәйәсәтен алып барыу һәм мәғариф өлкәһендә хәл иткес звено, тип яҙған Радий Хәбиров.




