ӨДНТУ студенты көнбағыш ҡалдыҡтарынан спирт сығарыу технологияһын тәҡдим итте

Көнбағыш ҡалдыҡтарын йәнә ҡулланышҡа. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты кукуруз һәм көнбағыш эшкәртеү ҡалдыҡтарынан фурфурил спирты сығарыу алымын камиллаштыра. Проект тонналарса агроҡалдыҡтарҙы эшкәртеп химия өлкәһендә ҡулланылған шыйыҡсаны импортлау мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Екатерина Жолобова майлы культура ҡалдыҡтарын спиртҡа әйләндереү алымының яңы төрөн тәҡдим итә. Был технология химия сәнәғәтен артыҡ сығымдарҙан азат итә, экология мәсьәләһен лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ти студент. Сөнки Рәсәйҙә йыл һайын 20 миллион тонна көнбағыш ҡалдыҡтары яндырыла. Шул уҡ ваҡытта 90 процент фурфурил спирты Ҡытайҙан ҡайтарыла.

Проектты заводтар төҙөү өсөн йә булмаһа уны артабан да камиллаштырып башҡа асыштарҙа ҡулланыу өсөн дә һатып алырға мөмкин. Был эшемде диплом булараҡ яҡлайым һәм стартапҡа дәғүә итергә ниәтләнәм. Шулай уҡ инвесторҙар өсөн дә был технология отошло булыр тип уйлайым.

Екатерина Жолобова, ӨДНТУ студенты
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ