Ҡоролтайҙа 20-нән ашыу закон ҡаралды: мәктәптәр, бизнес һәм социаль ярҙам

Яуаплы эшҡыуарлыҡ, социаль коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы, концессия килешеүе буйынса мәктәп төҙөгән ойошмаларҙы һалымдан азат итеү. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында ошо һәм башҡа өлкәләргә ҡағылған ике тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. 

Депутаттар ултырыш башында Рәсәй федерацияһы сенаторы Олег Головтың 2025 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығышын тыңланы. Шулай уҡ Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил отчет докладтары менән сығыш яһаны. Закон проекттарына килгәндә, уларҙың төп өлөшө социаль проблемаларҙы көйләүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, концессия килешеүе буйынса мәктәп һалған төҙөлөш ойошмалары һалымдан азат ителәсәк. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларҙы мәктәп формаһы алыу бурысы муниципаль берәмектәрҙән республика ҡарамағына күсерелә. Эшҡыуарҙарға социаль яуаплылыҡ өҫтәлә. Улар был бурысты лайыҡлы үтәгән осраҡта дәүләт ярҙамына мөрәжәғәт итә ала.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа туристик эшмәкәрлек, умартасылыҡ тураһындағы закон проекттары ла ҡаралды. Һуңғыһы буйынса пестицидтар ҡулланыу хаҡында мәғлүмәт еткереү тәртибе камиллаштырыла. Элек хәбәр киң мәғлүмәт саралары аша ғына еткерелһә, хәҙер иғланды Пестицидтар һәм агрохимикаттар ҡулланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырыу мотлаҡ. Депутаттар социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһындағы закон проектын да ҡараны. Был ҡануни документ Бөйөк ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандар, геноцид ҡорбаны булғандарҙың исемен асыҡлауҙы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына төрлө ярҙам сараларын күҙ уңында тота.

Волна
Акции БСТ