Йәш географтар сафы тулылана. Башҡортостандан ике уҡыусы география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы.
Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҡыусылар алдында яңы офоҡтар асҡан, илдең юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге биргән һынау этабы. Ул төрлө предметтар буйынса ойошторола. Быйыл география фәне Башҡортостан уҡыусыларына еңеү килтерҙе. Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Туймазы районынан 4 уҡыусы призер исеменә лайыҡ булһа, Өфөнөң 45-се мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусыһы Марсель Нуретдинов менән Республика инженер лицей-интернатынан 11-се синыф уҡыусыһы Дарина Ғәзизова еңеүсе исемен яуланы. Олимпиаданың йомғаҡлау этабы һәм бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтте.
Дарина Ғәзизованың уҡытыусыһы Хәлиҙә Рәхимҡолова әйтеүенсә, был еңеү йылдар дауамындағы тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Дарина география буйынса олимпиадала даими ҡатнаша, республика этабында еңеү яулай. Былтыр иһә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер була, быйыл еңеүгә өлгәшә.




