Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогогия университеты студенты Арина Ушаридзе 800 мең һум грант ярҙамы алған. Федераль конкурстарҙа ҡатнашыусы активист дәүләт ярҙамын фәнни үҫеш проекттарына йүнәлткән. Бер төркөм һәләтле йәштәр ҡатмарлы фәнни теорияларҙы ябай итеп аңлатыу өсөн университета медиа-журнал нәшер итә, төбәк географияһын популярлаштырыу маҡсатында йәштәр өсөн интеллектуаль уйындар ойоштора.




