Өфөлә 3 млн һүҙҙән торған лексик картотекаға Әкрәм Бейешев исеме бирелде

Республикала күренекле ғалим, тел белгесе Әкрәм Бейешев исемендәге лексик картотека булдырылды. 3 миллиондан ашыу башҡорт һүҙен бергә тупланған фондҡа рәсми рәүештә исем биреү тантанаһы бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үтте. Әкрәм Ғибәҙулла улының 100 йыллығына арналған сараның тап федераль үҙәктә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ғалим институтта эшләгән осорҙа тел ғилеме үҫешенә тос өлөш индереүгә өлгәшә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Миллиондарса башҡорт һүҙҙәрен һыйҙырған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының лексик картотекаһында «эш»кә бәйле дүрт ҡумта бүленгән. Миҫалдар башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренән, халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан, фәнни-ижтимағи хеҙмәттәрҙән, матбуғат баҫмаларынан, ҡулъяҙмаларҙан һәм архив материалдарҙан тупланған. Ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге булыуы менән айырылған фонд быуаттар төпкөлөнән тел ғилемен тикшергән ғалимдарҙың дөйөм хеҙмәтен берләштергән. Лексик картотека 1963 йылда телсе Әкрәм Бейешев тарафынан булдырыла.

Әкрәм Бейешевтың 100 йыллығы уңайынан, ғалимдың исеме заманында үҙе нигеҙ һалған лексик картотекаға бирелде. Таныҡлыҡ рәсми рәүештә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлегенә тапшырылды. Артабан сара ғилми советтың киңәйтелгән ултырыш форматында дауам итте. Әкрәм Бейешевтың тормош һәм фәнни хеҙмәт юлына бәйле мөһим тарихи факттарҙан торған докладтар тыңланды.

Ғилми советтың киңәйтелгән ултырышына ғалимдың яҡындары ла махсус саҡырылғайны. Улар туғанының билдәһеҙ яҡтарын иҫкә төшөрҙө. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Әкрәм Бейешевтың атаһы Күгәрсен районында балалар йорто асып йөҙәрләгән етемдең ғүмерен һаҡлап ҡала. Шул уҡ ваҡытта белемле лә итеүгә өлгәшә.

Әйткәндәй, ғилми ултырыш шулай уҡ әҙип Мөхөтдин Тажиҙың 120 йыллығын да үҙ эсенә алды. Ошо уңайҙан федераль үҙәк китапханаһында һаҡланған баҫмаларҙан торған махсус күргәҙмә ойошторолдо. Әҙәбиәтселәр һәм яҙыусының яҡындары Мөхөтдин Тажиҙың ижади уңыштарын барлап, уның мөһимлеген билдәләне.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ