“Ул йәштәрҙең зиһене өсөн көрәштә беҙҙең төп союздаш. Республикала 5 йылда “Белем” йәмғиәте лекторҙары 6 тапҡыр артты. Уларҙың һаны 300-ҙән ашып китте. Бөгөн “Белем” йәмғиәте төп мәғариф платформаларының береһе. Ул илдә йәшәүселәр өсөн теүәл һәм тикшерелгән белем бирә, педагог һәм лекторҙарҙы берләштерә, фәнде таныта”, - тип белдергән республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 йыл элек Рәсәй президенты Владимир Путин легендар проекттың эшен яңы форматта ойошторорға ҡушты.





