“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс 15 июлгә тиклем дауам итә. Проектҡа ярашлы, ауылға йәки 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә барған белгестәр бер тапҡыр компенсация алырға хоҡуҡлы.  Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Программала мәҙәниәт йүнәлеше буйынса профессиональ белеме булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.  Еңеүселәрҙе махсус комиссия һайлай. Түләү суммаһы 1 миллион һум. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

Фото №1 - “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға  ғаризалар ҡабул ителә
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ