1 майҙан “Көнсығыш экспресы” маршруты буйынса “Финист” электр поезы юлға сыға. Өфө һәм Айғыр араһын үтеүгә киткән ваҡыт 35 минутҡа ҡыҫҡара, тип хәбәр итәләр Өфө тимер юл вокзалынан. Өфө-Белорет маршрутына билет хаҡы - 959, Өфө-Айғыр йүнәлеше буйынса – 714 һум тора. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға ташлама ҡаралған. Ҡала яны поездарының хәрәкәт теҙмәһе менән Интернетта танышырға була.





