Программала экспозициялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм эксперттар менән фекер алышыу, власть вәкилдәре менән аралашыу, аналитик күнекмәләрҙе камиллаштырыу ҡаралған. Эшлекле йыйын йәш кадрҙар һәм власть вәкилдәре араһында тотороҡло бәйләнештәр булдырыу, дәүләт структуралары етәкселәре менән тура диалог ойоштороу, алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн старт майҙансығы, ти Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов.
Мәскәүҙән килгән “Дигория” платформаһы етәксеһе Заурбек Хугаев билдәләүенсә, форум әүҙем, яуаплы һәм битараф булмаған йәштәрҙе туплауға йүнәлтелгән.
Айгизә Шәһиева бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына үҙенең эшен тәҡдим иткән. Ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында белем ала.
Форум иртәгә лә дауам итә.






