AY YOLA “Берҙәмлек шаңдауы” шоуында сығыш яһай

Проектта популяр артистар Олена УУТАй, Zventa Sventana, Ника Дубик, Добрыня Сатин һәм “Тодош” төркөмө ҡатнаша.  Ҙур тамаша 15 майҙа “Өфө-Арена” боҙ һарайында була. Тамашаға 100-ҙән ашыу артист йәлеп ителгән. Ойоштороусылар белдереүенсә, йыйылма команда төрлө жанрҙа һәм йүнәлештә сығыш яһаған солист һәм коллективтарҙан тора. Ижадсылар илдең төрлө төбәктәренән йыйыла.  Концерт Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.  Инеү бушлай. Әммә проект сайтында теркәлеү мотлаҡ.

Фото №1 - AY YOLA “Берҙәмлек шаңдауы”  шоуында сығыш яһай
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ