Башҡортостан ил кимәлендә милли мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү буйынса алдынғы төбәк иҫәпләнә. Махсус хәрби операция беҙҙең берҙәмлекте күрһәтә. Төрлө милләттән булған ир-егеттәребеҙ ил һағында тора. Был турала Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлеге рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Өфөлә уҙған фин-уғыр халыҡтары берлегенең күсмә ултырышы белдерҙе.
Республика Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Ишемғолов белдереүенсә, Башҡортостанда 31 мәктәпкәсә һәм 99 дөйөм белем биреү учреждениеһында фин-уғыр телдәре өйрәнелә.
Башҡортостанда 115 мең самаһы фин-уғыр халҡы вәкиле йәшәй.





