Салауатҡа рәхим итегеҙ! Хәҙер был ҡалала ла федераль кимәлдә лайыҡлы баһаланған йәмәғәт киңлеге бар. Төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйы «Рәсәй парктары» премияһы номинацияһында еңеү яуланы. «Рәхим итегеҙ!» тип аталған йәмәғәт киңлеге «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты ярҙамында яңыртыла, былтырҙан ул «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының бер өлөшө булып тора. Эш ике этапта алып барыла. Бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн төрлө майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Хәҙер яр буйынан халыҡ өҙөлмәй. Бында тормош ҡайнай, даими рәүештә ярыштар, спорт саралары үтә. Әйткәндәй, ошо уҡ конкурста Мәләүез районындағы «Воскресенское заводы» тарихи-мәҙәни комплексы ла билдәләнде. Ул «Тарихи-архитектура, музей парктары, усадьбалар» номинацияһында ТОП-5-кә инә. Төҙөкләндереү эше киләһе йыл 2027 йылда тәртипкә килтереләсәк биләмәләр өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.




