Өфөлә ирекмәндәр яугирҙар өсөн мейестәр һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләй

Махсус хәрби операцияға тимер мейестәр. Өфөнөң Калинин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияға мейестәр, окоп шәмдәре әҙерләп һәм маскировка селтәрҙәре үреп ебәрә. Ҡатын- ҡыҙҙар маскировка селтәре үргән ваҡытта көслө заттар газ баллондарынан мейес яһай. Илһөйәр иретеп-йәбештереүсе Фәнүз Сәлимгәрәев һәм уның командаһы эше менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева танышты.

Фреон балондарынан эшләнгән был бәләкәй генә мейестәр һыуыҡ блиндаждарҙа уңайлы. Уны утын менән яғып та, шәм менән дә йылытырға була.

Өфөләге предприятиела иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән Фәнүз Сәлимгәрәев махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Буш ваҡыттарын ул ҡала ситендәге гаражда яугирҙарға мейестәр әҙерләп уҙғара. Тәжрибәле иретеп- йәбештереүсе газ баллонын ярты көн эсендә мейескә әйләндерә.

Мейестең ҙуры өсөн газ баллондары, бәләкәйе өсөн фреон баллондарын егеттәргә тотош республика халҡы килтерә тиерлек. Сеймал етә, эшләп кенә өлгөрт, ти ул.

Дүрт йылдан ашыу ваҡыт эсендә ирекмәндәр махсус хәрби операцияға нисә мейес оҙатҡандыр, улар һанамай. Иң мөһиме -күңел йылыһы менән яһалған был мейестәр яҡташтарыбыҙҙы алыҫта, сит ерҙең һалҡынынан йылытһын. Тыуған яҡтан йылы сәләмде ирекмәндәр киләһе гуманитар ылау менән оҙата.

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ