Тәтешле районында фин-уғыр халыҡтар ассоциацияһы ағзалары осрашыуы үтте

Рәсәй Президенты ҡарамағында Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр советы ағзаһы Петр Тултаев етәкселегендә делегация Тәтешлелә асылған полилингваль мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Белем усағында 116 уҡыусы белем ала. Дәрестәр билингваль нигеҙҙә: рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ҡунаҡтар удмурт фольклор фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп бай йөкмәткеле концерт ҡараны. Көн тәртибендә делегация ағзалары Бөйөк ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың һәйкәленә сәскә гөллмәләре һалды. Эш сәфәре барышында улар удмурт мәҙәни-тарихи үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты. Төҙөкләндерерлгән учреждениела музей, китапхана, бейеү залдары, бүлмәләр урынлашҡан. Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллективы эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Фин-уғыр халыҡтар ассоциацияһы советы президиумының киңәйтелгән күсмә ултырышы бөгөн Өфөлә уҙа.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ