Салауатта Ағиҙел буйы «Рәсәй парктары» премияһында еңеү яуланы

Салауат ҡалаһында төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйы «Рәсәй парктары» премияһы номинацияһында еңеү яуланы. «Рәхим итегеҙ!» тип аталған йәмәғәт киңлеге «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты ярҙамында яңыртыла, былтырҙан ул «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының бер өлөшө булып тора. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында. 

Салауатҡа рәхим итегеҙ. Рәсәй парктары араһында иң яҡшыһы тип табылған биләмәнән балалар ҙә, өлкәндәр ҙә өҙөлмәй. Ағиҙел буйында урынлашҡан заманса майҙансыҡта спорт менән шөғөлләнеү, әүҙем уйындар уйнау, бәйгеләрҙә көс һынашыу өсөн шарттар тыуҙырылған. Футбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы уйнау өсөн ойошторлған зоналарҙа көн һайын кеше күпләп йыйыла.

Салауаттағы йәмәғәт киңлеге «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты ярҙамында яңыртыла. Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған проект тиҙ арала урындағы халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелгән. Көтөп алынған ял паркы Салауатта йәшәүсе граждандарҙың теләктәрен, мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып төҙөкләндерелгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ошо уҡ конкурста Мәләүез районындағы «Воскресенское заводы» тарихи-мәҙәни комплексы ла билдәләнгән. Ул «Тарихи-архитектура, музей парктары, усадьбалар» номинацияһында ТОП-5-кә инә. Төҙөкләндереү эше киләһе йыл 2027 йылда тәртипкә килтереләсәк. Төбәк етәксеһе биләмәләр өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.

Өфөлә «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә алдағы йылдарҙа төҙөкләндереләсәк проекттар планы билдәләнде. Асҡын, Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондарындағы үҙәк майҙандарҙы яңыртыу күҙаллана. Йәмәғәт киңлектәре урындағы халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү маҡсатында тәртипкә килтерелә.

Ф.Миһранова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ