Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында йәшәүселәр тәҙрәләрендә ҡышҡы пейзажды күргән. Тәбиғәттең көтөлмәген бүләге ауыл хужалығы эштәрен туҡтатып торорға мәжбүр итһә лә, бала-саға быға ҡыуанып бөтә алмай. Һәр хәлдә социаль селтәрҙәргә һалынған фотоһүрәттән күренеүенсә, Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында ҡарҙан Ҡар бабай әүәләп ултыртҡандар. Синоптиктар фаразлауынса, ял көндәренә республикала һауа торошо боҙолоуы көтөлә. Көндәр яуым-төшөмлө буласаҡ, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыр тип күҙаллана. Һауа температураһы 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы, аяҙайтҡанда 5 градусҡаса һыуыта.




