Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр һағында. Башҡортостан фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы ағзаларын ҡабул итте. Форумда илдең 8 субъектынан 17 фин-уғыр халыҡтары вәкиле ҡатнаша. Делегацияны Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ-ара мөнсәбәттәр советы ағзаһы Петр Тултаев етәкләй. Ҡатнашыусылар удмурттар һәм марийҙар күпләп йәшәгән Тәтешле, Мишкә райондарында булды, уларҙың телен, тарихын, йолаларын һаҡлау буйынса шарттар менән танышты. Бөгөн Өфөлә Ассоциация президиумының күсмә ултырышы үтте. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәтешле районы Башҡортостан удмурттарының 25 проценты төпләнгән муниципаль берәмек. Урында удмурттарҙың телен, тарихын, милли-мәҙәни хазиналарын яҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Әле Тәтешлелә удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге төҙөкләндерелгән, бында быуаттар дауамында һаҡланған тарихи ҡомартыҡылар менән танышырға мөмкин. Районда күп профилле поллилингваль гимназияла асылған, белем усағында уҡытыу рус һәм удмурт телендә алып барыла, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Мәктәптә 116 уҡыусы белем ала.
Удмурт теле генән түгел, Башҡортостанда йәшәгән бөтә милләт халыҡтарының да телен һаҡлауға ныҡлы иғтибар бирелә. 12 полилингваль белем усағынан тыш өҫтәмә түңәрәктәр, йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Телде уҡытыуҙа яңы, заманса алымдар үҙләштерелә. Уйын формаһы әүҙем ҡулланыла.
Башҡортостанда фин-уғыр халыҡтарына ҡараған 12 милләт вәкиле йәшәй, бөтәһе 115 мең тирәһе. Иң күбе марийҙар, улар 80 меңдән ашыу. Артабан инде удмурттар, мордвалар килә. Республикала һәр милләт халҡынның милли-мәҙәни ойошмаһы бар, улар бөтәһе лә тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтар билдәләүенсә, Башҡортостан милләт, конфессия-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө булып тора. Республикала һәр милләт үҙен өйөндә, яҡланған, ҡурсаланған итеп тоя. Махсус хәрби операция был берҙәмлекте тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
2026 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан өсөн был йыл айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки республика быуаттар дауамында 100-ҙән ашыу милләт өсөн тыуған йорт булып тора, Башҡортостан берҙәмлек сағылышы булып дан алған.
Р.Кәримова




