Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Чернобыль һәләкәтенә 40 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы. Сарала фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар бүләкләнде. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 1986 йылдан 1990 йылға тиклем ун меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан радиация биләмәһенән эвакуацияланған 3660 кешене үҙенә һыйындырған. Чернобыль фажиғәһендә зыян күреүселәргә республика предприятиеларында эшләүселәр бер көнлөк эш хаҡын күсергән, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, техника менән ярҙам иткән.




