Башҡортостан боксерҙары бокс кисәһендә еңеү яуланы

Төп алыш Артур Собханғолов һәм Баходур Усманов араһында булды. Республика спортсыһы техник нокаут менән еңеү яуланы һәм донъя чемпионы исеменә дәғүәсе статусын алды. Бәләбәйҙән Данис Ғабдрафиҡов Ҡаҙағстан вәкиле Рәхәт Сәйтжан менән көс һынашты һәм көслөрәк булды. Азалия Әминева Нигерия спортсыһын еңде. Белореттан Бекхан Исраилов Сербия боксерынан еңелде. Бокс кисәһендә 16 спортсы  ҡатнашты.

Фото №1 - Башҡортостан боксерҙары бокс кисәһендә еңеү яуланы
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ