Урман хужалығы министрлығы барлыҡ райондарҙа ағас ултырыу өсөн биләмәләр әҙерләгән. Акция барышында 2 миллион үҫенте ултыртыу планштырыла. Улар Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә тере хәтер була. Сарала теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.Быйыл акцияның төп урыны итеп Нуриман районы һайланған. Байгилде ауылы янында ике гектар биләмәлә "Геройҙар урманы" булдырыла, бында 8 меңдән ашыу үҫенте ултыртыла.





