Башҡортостандан бер юлы өс пар «Ата-әсәлек даны» ордены һәм миҙал-орденына лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Башҡортостандан бер юлы өс пар «Ата-әсәлек даны» ордены һәм миҙал-орденына лайыҡ булды. Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышында Белореттан Сергей һәм Олеся Елисеевтар, Миәкә районынан Факил менән Гөлнара Фәтхуллиндар, Өфөнән Александр һәм Наталья Самойловтар тураһында яҙҙы. Республикала юғары дәүләт наградаһы менән 50 ғаилә бүләкләнгән. Бынан тыш, тағы ла 11 ҡатынға «Герой-әсә», 72 парға «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы, 10 меңгә яҡын гүзәл зат вәкиленә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған. 2026 йыл Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы. Беҙ тап ошондай ғаиләләрҙең ишәйеүенә ынтылабыҙ һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы. 

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ