Башҡортостанда «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтте

«Экологик именлек» милли проектына ярашлы һәм Рәсәй Президенты башланғысы менән етенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сара Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендә ойошторолған экологик-патриотик акция 200-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Күмәк көс менән 2 гектар майҙанда ағас үҫентеләре ултыртылды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Баҫыуға сығыр алдынан мотлаҡ инструктаж. Үҫентенең ерегеп үҫеп китеүе, уны дөрөҫ ултыртыуҙан тора. Фазлетдиновтар ғаиләһе экологик акцияның даими ҡатнашыусыһы. Улдары менән йөҙләгән ағас ултыртҡан тиһәң дә хата булмаҫ. Был юлы ла «Хәтер баҡсаһы»на ихлас ҡушылған ғаилә был акция үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреп кенә ҡалмай, уларҙа илһөйәрлек тойғоһон да нығыта, тигән фекерҙә.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә Байгилде ауылы эргәһендә «Геройҙар урманы»на нигеҙ һалынды. 2 гектар майҙанда 8 меңдән ашыу ҡарағай, йүкә һәм дардар ултыртылды. Үҫентеләрҙең бер өлөшөн Яңы Күл ауылы мәктәбе уҡыусылары үҫтергән. Белем усағында биш йыл дауамында «Мәктәп урмансылығы» класы эшләй.

«Хәтер баҡсаһы» экологик-патриотик акцияһы быйыл етенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл сара Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары һәм махсус хәрби операция яугирҙары иҫтәлегенә бағышлана. Һәр үҫенте-хәтер, быуындарҙың күсәгилешлеге һәм тыныс киләсәккә ынтылыш билдәһе. Акцияла махсус хәрби операция ветераны Борис Морозов та ҡатнашты. Яугир ҡаһармандарса һәләк булған улы иҫтәлегенә ағас ултыртты.

Тәүҙә улым махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса алынды, унан мин дә контракт төҙөргә булдым. Яу яланында юғалтҡан һәр кем беҙҙең хәтерҙә һәм бындай сара быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Борис Морозов, Махсус хәрби операция ветераны

Граната өлөштәре, автомат, хәрби шлем һәм башҡалары. Экспонаттарҙы урындағы эҙәрмәндәр отряды тәҡдим итте. Ҡаҙыныу эше барышында табылған әйберҙәр менән акцияла ҡатнашыусылар таныша алды.

«Хәтер баҡсаһында» сенатор, Дәүләт думаһы депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, төрлө йәмәғәт ойошмалары ла ҡатнашты. Сараға консулдар килеүе акцияны халыҡ-ара кимәлгә күтәрҙе.

Тажикстан республикаһы Советтар Союзы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Минең олатай ҙа фронтта була. Был беҙҙең уртаҡ тарих. Уларҙы иҫкә алып ошондай сарала ҡатнашыуға шатбыҙ.

Фаридун Файзуллозода, Тажикстан республикаһының Өфөләге генераль консулы

Әлфинә Килдейәрова

Волна
Акции БСТ