185 мең төп ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ, меңдән ашыу яңы йәшел зона. 2019 йылдан алып ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ошондай һөҙөмтәгә өлгәшелгән. Быйылғы миҙгелдә экологик сара икенсе шәмбе рәттән үткәрелә. Бөгөн ул Благовар, Бәләбәй, Бөрө, Борай, Мәсетле, Шаран райондарында, Ағиҙелдә, Күмертауҙа һәм Өфөлә уҙҙы. Дөйөм тырышлыҡ менән ике аҙна эсендә төбәктәрҙә яңы 95 тематик аллеяға нигеҙ һалынған. Бөгөн баш ҡаланың Октябрь районында Клавдия Абрамова исемендәге сквер икенсе һулыш алды. Биләмәгә ағастар, ҡыуаҡтар һәм рауза сәскәләре ултыртылған.




