Чернобыль фажиғәһенә 40 йыл: Өфөлә хәтер скверы асылды

Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә-40 йыл. 1986 йылдың 26 апрелендә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында көслө шартлау яңғырай. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан 200 меңдән, ә Башҡортостандан ун меңдән ашыу кеше йәлеп ителә. Өфөлә сквер асыу хәтер, рәхмәт һәм ихтирам урыны,тип тәбрикләне тантаналы митингта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Чернобылсылар йәшәгән йорттар алдында сквер асыу тәҡдиме менән Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов сығыш яһай. Депутаттар тәҡдимде хуплай. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар миллиондарҙың именлеге өсөн батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм рух көсө күрһәтә. Уларға иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ