Ата-әсәләр өсөн имтихан. Бөгөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында ата-әсәләр рус теле менән химиянан берҙәм дәүләт имтиханны тапшырҙы.
Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу эшлекле уйын форматында уҙғарылһа ла, бар процесс ысынбарлыҡҡа тап килә. Ата-әсәләр паспорт мәғлүмәттәрен индерә, кеҫә телефондарын тапшыра, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтә. Имтихан һорауҙарына яуап биреү видеокүҙәтеү аҫтында бара. Был акция ата-әсәләргә Берҙәм дәүләт имтиханының үҙенсәлектәрен күрһәтеү өсөн ойошторола.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе рус телен һайлаған, улар биш аудиторияға бүленде. Ә бына химияны тапшырыусылар бер кабинетҡа ғына йыйылды. Статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, быйыл 7 меңдән ашыу уҡыусы рус теленән имтихан бирәсәк, был 96 проценттан ашыу. Химияны сығарылыш уҡысыларының 19 процентҡа яҡыны тапшыра. Ата-әсәләр әйтеүенсә, хәүефләнергә урын юҡ, әҙерлек булғанда һынауҙы уңышлы үтеп сығырға мөмкин.




