«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, уға «Өфө» индустриаль паркын индереү машиналар эшләү, ағас эшкәртеү, целлюлоза-ҡағыҙ, лак-буяу, химия һәм электрон сәнәғәт өлкәһендә һигеҙ яңы резидент йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Химик реагенттар һәм композит тығыҙландырыусы мембраналар етештереү буйынса проекттар менән һуңғы ике компания 2026 йыл башында резидент булған. Шулай итеп, хәҙер индустриаль парк тулыһынса тулған. Был хаҡта «Алға» махсус иҡтисади зонаһының идара итеү компанияһы директоры Артем Пензин хәбәр итте. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттарының инвестиция портфеле яҡынса 65 миллиард һум тәшкил итә. Хәҙер компаниялар 10,5 миллиард һум самаһы инвестиция һалған һәм 1000-дән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән. Производство эшмәкәрлеген алты предприятие алып бара, шул иҫәптән февралдә сафҡа индерелгән гофротаралар сығарыу заводы. Бынан тыш, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һәм Кореянан эре сит ил инвесторҙары махсус иҡтисади зона биләмәһендә ғәмәлгә ашырылған проекттар менән ҡыҙыҡһына. Был бигерәк тә эре проекттар өсөн көнүҙәк. Мәғлүм булыуынса, “Алға” махсус иҡдисади зонаһы Республика Башлығы Радий Хәбиров бшланғысы менән Башҡортостанда барлыҡҡа килгәйне.





