Һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындары бушлай юғары белем ала

Рәсәй президенты Владимир Путин ошо турала законға ҡул ҡуйҙы  Ҡанун һәләк булған махсус хәрби операция  яугирҙары, Донбасс ополченецтары һәм башҡа дәүләттәрҙең биләмәләрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ҡабаттан кейәүгә сыҡмаған ҡатындарына ҡағыла. Башланғыс авторҙары һүҙҙәренсә, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатындары социаль яҡтан яҡланмаған: ҡараусыны юғалтыу эшкә урынлашыуҙы күҙ уңында тота, бының өсөн тейешле белем һәм әҙерлек талап ителә.

Фото №1 - Һәләк булған яугирҙарҙың  тол ҡатындары бушлай юғары белем ала
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ