Составта 9 май, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, Рәсәй халҡы өсөн һуғыш осоро ваҡиғалары тергеҙелә. Быйыл поезд бәләкәй һәм ҙур ҡалаларҙың 22 тимер юл станцияһында туҡтаясаҡ. Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан һуң, ул тәүге тапҡыр Туймазыға ла барасаҡ. Баш ҡалала Еңеү байрамына арналған ретросоставты БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡаршы алды.
Еңеү паровозы йәкшәмбе иртәнге туғыҙынсы яртыла Өфө тимер юл вокзалының беренсе платформаһына килде.Байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы бригадаһы тамашасыларҙы һуғыш йылдарындағы күренештәр менән ҡаршыланы. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары хәрби техниканы сиратлап ҡараһын өсөн ике сәғәт ярым самаһы ваҡыт бүленде.
Поезға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡорал һәм техниканың эксклюзив экспонаттары тупланған 11 платформа индерелгән. «Еңеү паровозы» составы 1945 йылда илебеҙ вокзалдарындағы күренеште хәтерләтте. Өфө халҡы үҙҙәрен Бөйөк Ватан һуғышынан фашизмды еңеп ҡайтҡан ата-бабаларын ҡаршылағандай хис итте
Сергей Бекетов Һамар ҡалаһынан. Өлкән лейтенант хәрби тарихты өйрәнә.«Еңеү паровозы» илһөйәрлек сараһында йыл һайын ҡатнаша.
Перронда хәрби рухты күтәргән йырҙар ҙа яңғыраны. Өфөнән «Рейд» хәрби-тарихи клуб ағзалары «Еңеү паровозын» бер-нсиә йыл рәттән ҡаршы ала. Рәүеф Сөләймәнов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тимер юлсы униформаһын тарихи документтарҙан өйрәнеп махсус заказ буйынса тектергән.Был сара уның өсөн Еңеүсе ата-бабаларға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе.
Байрам ретросоставы йыл һайын яҙ көнө Еңеү байрамы алдынан Куйбышев тимер юл станциялары буйлап йөрөй. Проект буйынса белем биреү, күңел асыу программалары балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә фәһемле. Быйыл иһә хәрби техника менән дә күберәк танышырға мөмкин.
«Еңеү паровозы» ул илебеҙгә аяҙ күк йөҙө бүләк итеүселәргә рәхмәт билдәһе.Ғаиләләр балалары менән платформа янында төрлө хәрби техника фонында фотоға төштө. Был ҡәҙерле фотоһүрәттәр Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның яугирҙары хаҡында тарихи дөрөҫлөктө быуындан-быуынға тапшырасаҡ.
Гүзәл Борханова




