Мәсетле районында педагог Фәниә Әсәҙуллинаға хөрмәт күрһәтелде

Мәсетле районы яҡташтар ойошмаһы 60 йылға яҡын ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған Фәниә Әсәҙуллинаны тәбрикләне. 1936 йылда тыуған Фәниә Ҡазыхан ҡыҙының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Йәш белгес йүнәлтмә буйынса хеҙмәт юлын Архангел районы мәғариф бүлегендә башлай, артабан мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Бер нисә тапҡыр район советына депутат итеп һайлана. 18 йыл дауамында Фәниә Әсәҙуллина мәғариф хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары, фән профсоюзының өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары була. 1986 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан мәғариф министрлығы янындағы урта педагогик уҡыу йорттарында ойоштороу-методика бүлеген етәкләй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен, Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы тыуған районы менән тығыҙ бәйләнештә тора: уҡыу йорттарының матди базаһы һәм кадрҙар потенциалын нығытыуҙа ярҙам итә, Өфө ҡалаһында Мәсетле яҡташтары берекмәһен ойоштора һәм оҙаҡ йылдар уның етәксеһе була.

Волна
Акции БСТ