Радий Хәбиров Тажикстан менән индустриаль парк проекты тураһында һөйләште

Берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү. Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Фекер алышыу барышында яҡтар Дүшәмбелә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был турала килешеү былтыр мартта Рәсәй һәм Тажикстан Хөкүмәттәре араһында төҙөлдө. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ла ҡатнаша. Кәңәшмәлә шулай уҡ туристик ҡеүәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был осраҡта ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында яңы продукттар булдырыу һәм Башҡортостан халҡының сәйәхәт йүнәлештәрен киңәйтеү күҙ уңында тотола.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ