Башҡортостанда мөһим реставрация: Салауат Юлаев һәйкәленең хәле көтөлгәндән насарыраҡ сыҡҡан

Әҙ генә һуңлаһаҡ, һәйкәлде бөтөнләй юғалтыр инек. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышында архитектур ҡомартҡының үтә лә ныҡ таушалғаны асыҡланған. Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, төҙөкләндереү эштәре ваҡытлы башланған. Кире осраҡта эҙемтәләр аяныслы булыр ине.

Иртәгә БСТ каналында Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға арналған интервьюһы була. Ул эфирға көндөҙгө сәғәт 2 тула 10 минутта һәм киске 9-ҙа сыға.

Волна
Акции БСТ