Эксперттар быны геосәйәси шарттар, логистика ҡатмарлашыуы, кредиттарға ставка артыу һәм башҡа сәбәптәр менән бәйләй. Йәйге миҙгелдә материалдарға ихтыяж артыуы ла ҡулланыусыларҙың кеҫәһенә һуғыуҙа үҙ өлөшөн индерә. Өфөлә төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуы көтөләме? Яуапты БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова эҙләне.
Төҙөүсе Альберт Мөхәмәтдинов сираттағы әҙер йортто файҙаланыуға тапшырырға әҙерләнә. Автомоболист баҡсасылыҡ ширҡәтендәге йорттарҙы ул командаһы менән тиҙ арала сафҡа индереп клиенттарға асҡыс тапшыра. Эшҡыуар төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуын күҙәтә. Ҡоро ҡатнашмалар, буяйҙар, ағас материалдар, обойҙар, иҙән япмаларына, сантехника, ластик тәҙрәләргә ихтыяж һәр ваҡыттағыса юғары. Һөҙөмтәлә хаҡтар ҡиммәтләнеүе һиҙелә.
Рәсәйҙә былтыр төҙөлөш материалдарына хаҡ 12 процентҡа күтәрелгән. Бизнес өсөн һалымдар артыуы, Үҙәк банк ставкаһы, логистика ҡатмарлашыуы, ҡуртымға алынған складттарға түләүҙәр өҫтәлеүен дә оноторға ярамай. Сәнәғәт сырьеһының дөйөм хаҡтары артыуы кирбес, цемент, тимер, гипс, ҡом, ҡырсын таштың ҡиммәтләнеүенә килтерә.
Торлаҡ һатып алыусылар кәмеһә лә төҙөлөш материалдарына ихтыяж һаҡлана. Белгестәр әйтеүенсә, төҙөлөш тауарҙарына хаҡ ҡапыл күтәрелер тип көтөлмәй, май айында материалдар ҡиммәтләнеүе йәй миҙгеленә бәйле һәм тиҙҙән хаҡтар ҡәҙимге күрһәткестәргә ҡайтасаҡ. Ил иҡтисады тотороҡло үҫешә һәм шуға ла төҙөлөш баҙарында хаҡтар заман талаптары буйынса билдәләнә.
Ф. Миһранова




