Хәйбулла районында «Беренсе проект» конкурсының финалы уҙҙы

«Беренсе проект» Башҡортостандың йәш эҙләнеүселәрен бергә йыйҙы. Хәйбула районы Аҡъяр ауылындағы күп профилле полилингваль белем усағында фәнни асыштар менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙың ярышы үтте. Быйыл асыҡ майҙанда республиканың төрлө төбәктәренән килгән 30-ға яҡын команда үҙ проекттарын яҡланы. «Беренсе проект» тың еңеүселәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йылайыр районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн театр, Әбйәлил районында яһалма зиһенде үҙләштереү түңәрәге, Хәйбулла районында мәктәп яны участкаһын йәшелләндереү, күсмә музей төҙөү. Был «Беренсе проект»ы буйынса тормошҡа ашырылған башланғыстарҙың бер өлөшө генә.

«Беренсе проект» тың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың башланғысын ғәмәлгә ашырыу, яңынан-яңы эҙләнеүҙәргә этәреү тора. Ул өс йыл элек Хәйбулла ерлегендә башланған. Проекттың авторҙары-Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов һәм хәйбуллаларҙың яҡташы, эшҡыуар Виталий Даһиров. Тәүге йыл конкурста өс район ғына ҡатнашһа, быйыл 30-ға яҡын команда үҙ проекттарын яҡлай. Киләсәктә географияның тағы ла киңәйеүен көтәбеҙ, тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Быйыл конкурсҡа республиканың төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу эш ҡабул ителгән, уларҙың 22-һе финалға һайлап алынған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уҡыусылар проекттарға ныҡ яуаплы ҡарай, тапалмаған темалар һайлай, заманса технологияларға, үҙенсәлекле алымдарға мөрәжәғәт итә. Конкурста йыл һайын ҡатнашҡан командалар ҙа бар. Күгәрсен районы Мораҡ ауылы Зәйнәб Бейешева исемендәге мәктәбе уҡыусылары икенсе йыл үҙ көсөн һынай.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар ғына түгел, йүнәлештәр ҙә, тәҡдим ителгән эштәрҙең кимәле лә арта. Шуға күрә жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булмаған. Быйыл абсолют еңеүсе исеменә Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернаты командаһы лайыҡ булды, уларға 150 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Шулай уҡ дүрт йүнәлеш буйынса Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Йылайыр районы командалары еңеүсе тип табылды.Һәр комадаға үҙ белем усаҡтарында проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 125 мең һум аҡса бирелде. Алдынғы командаларға шулай уҡ компьютер, ноутбук һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Р.Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ