Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөлә тантаналы шарттарҙа мобилизацияланған яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды.
Хәрбиҙәрҙе оҙатырға ғаиләләре һәм яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Ике аҙналыҡ ялды яугирҙар ғаиләләре менән үткәргән, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, туғандары менән осрашҡан. Хәҙер улар яңы көс менән йәнә хәрби бурыстарын үтәүгә ҡайта. Һалдаттар яуҙаштарына күстәнәс һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып бара. Ғәҙәттәгесә, яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә бар уңайлыҡтары булған автобустар илтә.




