Әлшәй районында Закуан Әхмәтовты иҫкә алыу кисәһе уҙҙы

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында Әлшәй еренең арзаҡлы улы, рухлы етәксе, мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны Закуан Әхмәтовты иҫкә алдылар. Апрелдә уға 70 йәш тулған булыр ине. Замандаштары хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе хаҡында сираттағы яҙма.

Халҡыңа хеҙмәт итеү өсөн баш ҡалала йәшәп, юғары вазифалар биләү мотлаҡ түгел. Тыуған ереңә ерегеп, яҡташтарың араһында ҡайнап та быуаттарға ҡалырлыҡ эштәр атҡарып була. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуып үҫкән Закуан Зөфәр улы Әхмәтов юғары филологик белем алғас, республика газетаһына саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Мәктәп директорынан район мәғариф бүлеге етәксеһе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Һәр ваҡыт ябай, ярҙамсыл, рухлы, намыҫлы кеше булып ҡала.

Закуан Зөфәр улы социаль секторҙы етәкләгәндә, Әлшәй районында тиҫтәләгән мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт учреждениелары төҙөлә, булғандары төҙөкләндерелә, районды республика, ил кимәлендә танытыр бренд саралары барлыҡҡа килә, бихисап республика саралары, кәңәшмәләр тап Әлшәй ерендә үтә. Һәр башланғыста Закуан Зөфәр улы булдыҡлы яҡташтарына һәм ныҡлы тылына таяна. Тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Долорес Һиҙиәт ҡыҙы менән бергә район мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөштәрен бөгөн дә хөрмәт менән иҫкә ала әлшәйҙәр.

Закуан Әхмәтов милли баҫмалар яҙмышына ла битараф ҡалмай. Хәтер кисәһенә дүрт республика баҫмаһының баш мөхәррирҙәре килеүе лә осраҡлы түгел. Гәзит-журналдарҙы һәр ғаиләлә алдырып уҡыуҙарын, улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙәрен хәстәрләй етәксе, үҙе лә бер нисә баҫманың мөхәрририәт ағзаһы була.

Өс сәғәткә һуҙылған кисәлә яҡты иҫтәлектәр, матур хәтирәләр күп яңғыраны. Ғәҙәттә, бындай осрашыуҙар ижад кешеләре хөрмәтенә ойошторола. Мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны Закуан Зөфәр улы Әхмәтов кешеләр мәнфәғәтен ҡайғыртҡан эшмәкәрлеге менән яҡташтары хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, ти әлшәйҙәр.

Рәйсә Абдуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ