Рәсәйҙә тәүге «файҙалы уйындар» фестивале ойошторолдо

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге «файҙалы уйындар» фестивале ойошторолдо. Мәғрифәтселек сараһы юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында уҙҙы. Ҡатнашыусылар интеллектуаль уйындарҙың мөһимлеге, инженер фекерләү үҫешенә йоғонтоһо тураһында мәғлүмәт алды. Сара барышында күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, эксперт дискуссиялар кеүек эшлекле программа ойошторолдо.

Бөтә Рәсәйҙән йыйылған уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр, педагогтар, остаздар, уйын эшләүселәр һәм геймдев-индустрия вәкилдәре Рәсәйҙең алдынғы студиялары һәм инди-командаларының иң яҡшы эштәрен баһалай алды. «Берлога»: умарталыҡты һаҡлау уйынында программалау, шахмат, тетрис, симуляторҙарҙа дрондар менән идара итеү буйынса турнирҙар уҙғарылды. Уйындарҙы уйлап табыусылар өсөн питчинг ҡаралған, унда яңы авторҙар үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ