Шишмә районында күсмә архитектура буйынса «Архтамға» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

«Турахан» визит-үҙәгендә йомғаҡ яһалған ижади бәйге йыл дауамында барҙы. Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән йәш рәссам, дизайнер, архитекторҙарҙан йәмғеһе 150-ләп эш ҡабул ителгән. Инсталяция проекты һәм объекттарын абруйлы жюри ағзалары баһалаған. Белгестәр тәҡдим ителгән эштәрҙең ландшафтҡа тура килеүенә, художестволы алымға, файҙаланылған тәбиғи материалдарға иғтибар иткән. Конкурста иң уңышлы тип табылған ике проект Турахан кәшәнәһе биләмәһендә барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ