Бөгөн Өфөлә Республика хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығының проект-аналитика сессияһы ойошторолдо. Төп тема - "Ғаиләләргә, тыуым һәм күп балалыҡҡа булышлыҡ итеү, демография сәйәсәтен камиллаштырыу." Сессияла Радий Хәбиров ҡатнашты. - Беҙҙә демографик хәл ҡатмарлы. Кешеләр уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй. Иҡтисади тотороҡлоҡ, эш урыны, социаль инфраструктура - мәктәп, балалар баҡсаһы, һаулыҡ һаҡлау - былар барыһы ла халыҡ һанын арттырыу өсөн төп шарттар. Әүҙем йәштәр уңайлы үҫеш һәм йәшәү шарттары булған урындарҙы һайлай, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда әле 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар.





