Был 6 миллионға яҡын баланың каникулын файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Был турала Хөкүмәет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко видеоэлемтә аша уҙған кәңәшмәлә белдерҙе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан осрашыуҙа йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү һәм мәғариф объекттарын төҙөү мәсьәләләре күтәрелде. Вице-премьер төбәк башлыҡтарынан балалар ялы системаһының йәйге кампанияға әҙерлеген һәм капиталь ремонтты ваҡытында тамамлауҙы тәьмин итергә ҡушты.
Дмитрий Чернышенко хәбәр итеүенсә, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса мәғариф объекттарын төҙөү һәм капиталь ремонтлау йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Быйыл Башҡортостанда 53 мәғариф объекты ремонтлана. Һөҙөмтәлә 28 мең ярымдан ашыу балаға һәм студентҡа белем алыу өсөн заманса шарттар булдырыласаҡ. Быйыл шулай уҡ республикала 1 мең 940 балалар лагеры асыу планлаштырыла.




