Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, тыуым кәмеүе күҙәтелә. Республикала ул илдәге уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Был турала төбәк етәксеһе хөкүмәт һәм Стратегик башланғыстар агентлығының проект-аналитика сессияһында белдерҙе. Өфө вуз-ара кампусының геном үҙәгендә үткән фекер алышыуҙа «Башҡортостанда ғаиләгә ярҙам, тыуым һәм күп балалыҡ, демография сәйәсәтен камиллаштырыу» темаһы күтәрелде.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала демография өлкәһендә пропаганда һәм эшмәкәрлек алып барыуҙың даими системаһын булдырыу буйынса әүҙем эш башлана. Тыуым күрһәткестәре төбәктең идара итеү һөҙөмтәлелегенең төп индикаторы булып тора. Шуға күрә был мәсьәлә менән етди шөғөлләнеү мөһим. Демография торошона меңәрләгән факторҙар йоғонто яһай. Шуға күрә мәсьәләгә лә комплекслы ҡараш талап ителә.
Хөкүмәт ағзалары алдында федераль белгестәр ҙә сығыш яһаны. Улар Өфөләге медицина, социаль учреждениелар, йәмғиәт, предприятиелар хәле менән танышып тыуымды тотҡарлаусы бер нисә сәбәпте асыҡлаған. Улар ябай күренештәр, әммә тап шул ғәҙәти әйберҙәре камиллаштырыу күп балалыҡ, ишле ғаилә традицияларын тергеҙеү мөмкинлеге бирә лә инде, тине Стратегик башланғыстар агентлығы белгесе Григорий Сәйфуллин.
Стратегик башланғыстар агентлығы демографияны билдәләүсе 36 маркер файҙалана. Хәлде көйләү өсөн федераль белгестәр 300 позициянан торған саралар планы тәҡдим иткән. Был башланғыстар хөкүмәт ағзалары менән берлектә тикшерелеп, байытыла һәм төбәк башлығына тәҡдим ителә. Раҫланған документты тормошҡа ашырыуҙа ла Стратегик башланғыстар агентлығы оҙатып барырға әҙер.




