Салауат Юлаев һәйкәленең торошо беҙ уйлағандан күпкә хәүефлерәк

Был турала Радий Хәбиров БСТ каналына биргән интервьюһында белдерҙе. Башҡортостан башлығы милли геройыбыҙ монументын реставрациялау барышы хаҡында һөйләне һәм уны тергеҙеүҙең ике вариантын билдәләне. Әле һайланған юл-һәйкәлде нисек бар, шулай реставрациялау. Әммә реставраторҙар, нигеҙҙә, һәйкәлдең тышҡы ҡатламының яҡынса 60-70 проценты яңынан ҡойоласаҡ тигән фекерҙә. Икенсе ысул-бронзанан тап шундай уҡ яңы һәйкәл ҡойоу һәм уны һәйкәлдең элекке урынына ҡуйыу. Был саҡта инде иҫке һәйкәлде нимә эшләтергә тигән һорау тыуа. Сөнки ул мәҙәни мираҫ объекты.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай осраҡта белгестәр ҙә, халыҡ та, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерҙәрен еткерергә тейеш. Мәсьәлә иртәгә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау цехында күҙәтеү советы ултырышында тикшерелә.

Волна
Акции БСТ