Өфөлә «Иң яҡшы ашнаҡсы» конкурсы үтте

Һөнәри бәйгелә ҡатнашыусылар ваҡытҡа өс төрлө ризыҡ бешереп сервировка оҫталығын күрһәтте. Улар жюри ағзаларына йылы аш, һалҡын закускалар, десерт тәҡдим итте. Конкурсанттар барыһы ла тәжрибәле һөнәр оҫталары. Улар Өфө ресторандарында, социаль учреждениеларҙа, шифаханаларҙа эшләй.

Төбәк этапта еңеүсе аҡсалата приз менән бүләкләнә һәм ул Мәскәүҙә уҙасаҡ конкурс финалында һынау тотасаҡ. Бәйгене Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы төбәктең кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы менән берлектә ойошторҙо. Сараның төп маҡсаты-йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, ашнаҡсыларҙың оҫталығын һәм белемен камиллаштырыу.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ