«Өфө Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар йәнә махсус операция биләмәһенә ҡуҙғалды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең күптәре махсус хәрби операцияла дүрт йылдан ашыу. Яугирҙарҙы хәрби биләмәгә оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Ирек Сәғитов сығыш яһап, ир-егеттәргә имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яҡташтарыбыҙ Донбасҡа тыуған яҡ сәләме итеп ирекмәндәр үргән маскировка селтәрҙәре, күстәнәстәр ҙә алып бара.




