Талҡаҫ күлен киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу буйынса сираттағы өмә үтте

Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Сибай, Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар йәш ҡарағайҙар ултыртты, биләмәне ҡойма менән уратып алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал тауҙары ынйыһының һуңғы йылдарҙа һайығыуы күҙәтелә. Бының сәбәбен белгестәр күл төбөнөң бысраныуы, шишмәләрҙең ҡороуы һәм ҡарағай урманы ҡырҡылыуы менән аңлата. Шуның өсөн дә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров башланғысы менән йыл һайын Талҡаҫты ҡотҡарыу буйынса экологик акция ойошторола.

Экологик акцияла ҡатнашыусылар Талкаҫ яры буйлап та үтте. 2021 йылдан алып бөтәһе 9 өмә ойошторолған, 700-гә яҡын тоҡ сүп-сар йыйылған.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ